18 Йоавтың туғаны Серуяһ улы Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы ине. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерҙе лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙанды.
Ғәскәрҙең ҡалғанын ҡустыһы Авишайға тапшырҙы һәм Авишай уларҙы ғаммондарға ҡаршы теҙеп ҡуйҙы.
Арамиҙарҙың ҡасҡанын күргән ғаммондар ҙа, Авишайҙан ҡасып, кире ҡала эсенә сигенделәр. Ғаммондар менән алыштан һуң, Йоав Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты.
Дауыт кешеләрен өс өлөшкә бүлде. Беренсеһенә – Йоавты, икенсеһенә Йоавтың туғаны – Серуяһ улы Авишайҙы, өсөнсөһөнә Ғаҫ кешеһе Иттайҙы башлыҡ итте. Батша яугирҙәренә: – Мин дә һеҙҙең менән барам! – тине.
Алышта Серуяһтың өс улы: Йоав, Авишай һәм Ғасаһил ҡатнашҡайны. Ғәзәл кеүек етеҙ аяҡлы ине Ғасаһил.
Ғамаса уның ҡулындағы ҡылысынан һаҡланырға уйламаны, Йоав уның ҡорһағын ярып ебәрҙе. Ғамасаның эсәк-бауыры килеп сыҡты, икенсе тапҡыр ҡаҙарға ла тура килмәне. Ғамаса йән биргәйне инде. Йоав ҡустыһы Авишай менән Бихри улы Шевағты ҡыуа китте.
Ул утыҙ батыр араһында иң арҙаҡлыһы ине, уларҙың башлығы булды, әммә теге өсәү иҫәбенә инмәне.
Шулай итеп, Йоав менән уның ҡустыһы Авишай Авнерҙы Ғивғондағы алышта ҡустылары Ғасаһилдың йәнен ҡыйған өсөн үлтерҙе.
Уларҙың Серуяһ менән Авигаил исемле ҡыҙ туғандары ла була. Серуяһтың Авишай, Йоав һәм Ғасаһил исемле өс улы тыуа.
Кеше яңғыҙ булһа, уны еңеүе еңел, ә икәү ҡаршы торһа, улар бирешмәҫ. Өстән ишелгән бау анһат ҡына өҙөлмәй.