37 Һин аҙымдарымды киңәйтәһең, Шуға күрә хәлһеҙләнмәҫ аяҡтарым.
Ул мине иркенлеккә сығарҙы, Күңеленә хуш килгәнемә күрә ҡотҡарҙы.
Бер бөтөн итеп төҙөлгән ҡала Йәрүсәлим!
Сорнап алды мине үлем ғазаптары, Һәләкәт ташҡыны баштан ашты,
Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
Унан барһаң, аҙымдарың яңылышмаҫ, йүгергәндә абынмаҫһың.
Үҙенә тоғроларҙың һәр аҙымын ҡурсып тора, Ә яуыздарҙы ҡараңғылыҡ убыр, Сөнки кешенең ныҡлығы көсөндә түгел.