3 Аллам – ҡаям һәм мин Унда ышыҡ табам; Ул – ҡалҡаным, ҡотҡарыусы ҡөҙрәтем, Ҡурсалаусым, һыйынысым, Һин мине залимдарҙың ҡулынан йолоп алдың!
Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.
Алланың юлы камил. Раббының һүҙе иретеп таҙартылғандай саф. Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан.
Раббы тере! Һыйынған Ҡаям мөбәрәк булһын! Ҡотҡарыусы ҡаям – Аллам Күктәргә күтәрелеп ҙурланһын!
Мине дошмандарымдан ҡотҡарған. Һөжүм итеүселәрҙән өҫтөн сығарған, Залим әҙәмдең ҡулынан йолоп алған.
Үҙе ҡуйған батшаға Ул бөйөк еңеүҙәр бирә, Үҙенең мәсихе – Дауытҡа һәм тоҡомона Мәңгелек тоғро мөхәббәтен күрһәтә».
Исраил Аллаһы әйтте миңә, Исраилдың Ҡаяһы былай тине: „Кешеләргә ғәҙеллек менән, Алланан ҡурҡып хакимлыҡ иткән шәхес
Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, Һине саҡырам, ашыҡ миңә! Һиңә ялбарған тауышыма ҡолаҡ һал!
Яманлыҡҡа күңелем ауышмаһын, Залимдарҙың яҙыҡ эштәрендә ҡатнашырға, Һыйҙарынан ауыҙ итергә яҙмаһын.
Шул сәбәпле рухым һынды минең, Йөрәгем ҡурҡыуҙан өшөп ҡатты.
Һәр көн Һине мөбәрәк ҡыламын, Исемеңде мәңгенән-мәңгегә данлайым.
Күктәр Алланың шөһрәтен һөйләй, Күк көмбәҙе иғлан итә ҡулдарының эшен.
Раббының ғәмәлдәренә әһәмиәт бирмәгәнгә, Ҡулдарының эшен һанға һуҡмағанға күрә, Раббы уларҙы вата һуғыр, бүтән ҡоршамаҫ.
Раббының ауазы ут-ялҡын сығара;
«Алла уны ҡотҡармаясаҡ!» – тигәндәр Эргә-тирәмдә бихисап. Села
Ул диңгеҙ һыуҙарын турһыҡтағы кеүек бергә йыйған, Даръя һыуҙарын һаҡлауға һалған.
Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
Эй барса халыҡтар, ҡул сабығыҙ! Шат ауаздар менән Алланы данлағыҙ!
Маҡтау йырлағыҙ Аллаға, йырлағыҙ; Батшабыҙға маҡтау йырлағыҙ!
Һиндә ышыҡ тапҡандар барыһы ҡыуанһындар, Һин уларҙы ҡурсалаған өсөн Әйҙә мәңге шатланып гөрләшһендәр! Исемеңде яратҡандар, әйҙә Һиндә һөйөнөс тапһындар.
Сит ерҙә сиккән ғазаптарымды һанағанһың, Күҙ йәштәремде турһығыңа йый! Улар Һинең китабыңа яҙылмағанмы ни?
Тик Ул – минең ҡаям, ҡотҡарыусым, ҡәлғәм. Һәм мин бер ваҡытта ла сайҡалмам.
Уның көндәрендә тәҡүәләр сәскә атһын, Ҡасанғаса күктә ай нур сәсә, Шуға тиклем илдә именлек, муллыҡ-бәрәкәт булһын!
Юҡҡа ғына һәр бер көнөм яра, Ә һәр иртәм ғазап булдымы ни?»
Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.
Раббы Алланың әйткәненә ҡолаҡ һалам. Халҡына, тоғро ҡолдарына именлек вәғәҙә итә, Тик мәғәнәһеҙ юлдарға ҡайтмаһындар.
Иҙелгәнгә һыйыныс булыр Раббы, Бәлә килгән саҡта – ышаныслы ышыҡ.
Донъяны ғәҙеллек менән хөкөм итер; Халыҡтарға хаҡ хөкөм сығарыр.
Раббы минең көс-ҡеүәтем, ҡотолоу әмәлем, сарам! Ул – Аллам, мин дан йырлайым Уға, Ата-бабамдың Аллаһы, ҙурлайым Уны!
Раббы исеме – ҡеүәтле ҡәлғә, тәҡүә әҙәм унда ҡасып имен ҡала.
Алланың һәр әйткәне һыналған һәм саф: Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан.
Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!»
Һәр береһе елдән ышыҡ, Көслө ямғырҙа ҡыуыш, сүлдәге шишмә, Ҡороп-кипкән ерҙә күләгә булған Бейек ҡая һымаҡ торор.
Әйтегеҙ, дәлилдәр килтерегеҙ, Бергә кәңәшләшеп һөйләгеҙ: Быларҙы борондан уҡ кем әйтеп бирҙе, Әллә ҡасандан уҡ кем белдерҙе? Мин, Раббы, әйтмәнемме ни? Минән башҡа аллалар юҡ, Мин ғәҙел һәм ҡотҡарыусы Алла. Минән башҡа берәү ҙә юҡ.
Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –
Сөнки Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һеҙҙең заманда, үҙегеҙҙең күҙегеҙ алдында был урында Шатлыҡ ауаздарын, Күңел асыуҙарҙы, Кейәү менән кәләштең Тауыштарын туҡтатасаҡмын».
рухым Алланы, Ҡотҡарыусымды уйлап шатлана,
Үҙенә хеҙмәт итеүсе Дауыт нәҫеленән булған Ҡеүәтле Ҡотҡарыусыны ебәрҙе.
Хәҙер беҙҙе дошмандарыбыҙҙан, беҙгә нәфрәт тотоусыларҙан ҡотҡарасаҡ.
Шунда: „Ҡайҙа илаһығыҙ, – тиер. – Өмөтләнгән таяныстарығыҙ?
Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.
Эй Исраил, ниндәй бәхетле һин! Бармы һинең кеүек берәй ҡәүем? Һин Раббы ҡотҡарған халыҡ, Ул – һине һаҡлаған ҡалҡан, Ул – һинең данлы ҡылысың. Дошмандарың алдыңда баш эйә, Һин уларҙың арҡаһын тапарһың.
Ҡотҡарыусыбыҙ Алла иһә Үҙенең яҡшылығын һәм кешеләргә булған мөхәббәтен күрһәткәндә
Был Рухты Ул Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих аша өҫтөбөҙгә мул яуҙырҙы,
Һәм тағы: «Мин Аллаға ышаныс бағлайым», – ти. Һәм: «Бына Мин һәм Алла Миңә биргән балалар», – ти.
Ханна Раббыға былай тип доға ҡылды: «Раббы йөрәгемә шатлыҡ бирҙе. Раббы менән көс-ҡеүәтем артты. Дошмандар алдында ауыҙ йырам, Сөнки ҡотҡарыуыңа ҡыуанам.
Изгелектә Раббыға тиңе юҡ, Эйе, Һинең кеүек һис кем юҡ, йә Раббы! Аллабыҙ кеүек һыйыныр ҡаябыҙ юҡ.