28 Иҙелгән бәндәләреңде ҡотҡараһың, Ҡарашың менән тәкәбберҙең башын эйҙерәһең.
Дошмандарым: «Еңдем уны!» – тимәһендәр, Сайҡалғанымда ҡыуана алмаһындар.
Ҡорамға артылыусылар йыры. Иҫеңә төшөр, Раббы, Дауытты, Ул кисергән бөтә ғазаптарҙы;
Был ғилемең хайран минең өсөн, Аң-зиһенем етмәҫлек юғары.
Муса менән Һарун, фирғәүен янына килеп былай тине: – Ғивриҙәр Аллаһы Раббы: «Һин Миңә буйһоноуҙан тағы күпме баш тартмаҡсы булаһың? Халҡымды ебәр, Миңә ғибәҙәт ҡылһындар.
Хәҙер инде мин беләм: Раббы барлыҡ илаһтарҙан өҫтөнөрәк, Ул быларҙы мысырҙар Исраил халҡы менән тәкәббер ҡыланғанға эшләне.
Тәкәббер ҡараш, һауалы йөрәк – яуыздарҙың гонаһ юлындағы сырағы.
Әҙәмдәрҙең – ғорурлығы, Бәндәнең тәкәбберлеге түбәнһетеләсәк. Ул көндө бары тик Раббы юғары күтәреләсәк.
Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың? Кемгә тауыш күтәрҙең? Эреләнеп кемгә баҡтың? – Исраилдың Изгеһенә!
Әҙәм күндәмләнер, Кеше теҙ сүгергә мәжбүр булыр, Тәкәббер күҙҙәр ергә төбәлер.
Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.
– Рухи яҡтан ярлылар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
Үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.