19 Бәлә көнөмдә улар ҡаршыма төшкәйне, Әммә Раббы миңә терәк булды.
Ҡеүәтле дошмандан азат итте, Минән күпкә көслө булһалар ҙа, Күрә алмаусыларҙан ҡотҡарҙы.
Ҡулдары пак, йөрәге саф булған, Буш-юҡҡа күңел һалмаған, Ялған ант бирмәгән әҙәм.
Әммә Һинең үлгәндәрең тереләсәк, Минең мәрхүмдәрем тороп аяҡҡа баҫасаҡ. Эй һеҙ, тупраҡ аҫтында ятҡандар, уянығыҙ, Ҡыуанышып йырлағыҙ! Һинең ысығың – яҡтылыҡ биреүсе ысыҡ! Ер үлеләрҙе кире ҡайтарасаҡ.
Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.
Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан, Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар? Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше Раббының исеменә өмөт бағлаһын, Аллаһына арҡаланһын!