17 Раббы юғарынан ҡул һондо ла мине тотто; Тәрән һыуҙарҙан күтәреп алды.
Ҡеүәтле дошмандан азат итте, Минән күпкә көслө булһалар ҙа, Күрә алмаусыларҙан ҡотҡарҙы.
Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. Йә Раббы, күңелемдә тәкәбберлек юҡ минең, Күҙҙәрем һауаланып баҡманы. Ҡулымдан килмәҫтәй юғары, Иҫ китерлек нәмәләргә ынтылманым.
Сикһеҙ игелегеңде иҫләрҙәр, Ғәҙеллегеңде маҡтап йырларҙар.
Күк Раббының һүҙенән бар булған, Күк есемдәре Уның һулышынан яралған.
Бала ҙурайғас, уны фирғәүен ҡыҙына алып килеп бирҙе. Уны фирғәүен ҡыҙы улы һымаҡ күрҙе, Муса тип исем ҡушты. – Мин уны һыуҙан тартып сығарҙым, – тине.
Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә, һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.
Һыуҙар башымдан ашты, Мин: «Бөттөм», – тинем.
Фәрештә миңә тағы былай тип һөйләне: – Һин күргән фәхишә ултырған һыуҙар – халыҡтар һәм төркөмдәр, милләттәр һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәр.