11 Раббы бер кирубҡа менеп осто, Елдең ҡанаттары өҫтөндә күренде.
Әҙәмде ҡыуып сығарҙы ла, тереклек ағасына илткән юлды һаҡлау өсөн, Ғедән баҡсаһының көнсығыш яғына кирубтар һәм әйләнеп торған утлы ҡылыс ҡуйҙы.
Дауыт, эргәһендәге халыҡ менән бергә, кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исемен йөрөткән Алла һандығын алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына юлланды.
Уның мөҡәддәс исеме менән маҡтанығыҙ, Раббыны эҙләгәндәрҙең күңелдәре шат булһын!
Яуыздарға теләгәнен бирмә, Раббы, Яман ниәттәрен ғәмәл итмә! Юҡһа улар эреләнер. Села
Раббынан ҡурҡыу – паклыҡ, ул мәңге дауам итә; Раббының хөкөмдәре ышаныслы, барыһы ла ғәйәт ғәҙел.
Яуап ҡайтар миңә, Раббы, Сөнки тоғро мөхәббәтең изге. Оло мәрхәмәтең менән йөҙөңдө бор миңә табан!
Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.
Шөкөр мәҙхиәһе. Гөрләшеп сәләмлә Раббыны, бар донъя!
Кирубтарҙың береһе – бер, икенсеһе икенсе оста булһын һәм ҡапҡас менән бер бөтөндө тәшкил итһен.
Исраил Аллаһының шөһрәте, кирубтар өҫтөнән – быға тиклем булған урынынан – күтәрелеп, ҡорамдың тупһаһында туҡтаны. Ул етен кейем кейгән, биленә яҙыу әсбаптары таҡҡан кешене саҡырып алды ла:
Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?
Халыҡ Шилоға кешеләр ебәрҙе һәм кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Килешеү һандығын килтерҙеләр. Ғәлиҙең ике улы Хофни менән Пинхас Алланың Килешеү һандығы янында ине.