10 Аушайтты ла күк ҡабағын, килеп төштө, Аяҡ аҫты тома ҡараңғылыҡ ине.
Шул саҡ Сөләймән әйтте: – Раббы ҡуйы ҡараңғылыҡта төйәкләнергә теләне.
Уның мөҡәддәс исеме менән маҡтанығыҙ, Раббыны эҙләгәндәрҙең күңелдәре шат булһын!
Балҡышың, даның, мөһабәтлегең, Ҡылған хикмәттәрең хаҡында уйлайым.
Раббы Үҙенең ҡотҡарыуын белдерҙе, Ҡәүемдәргә хаҡлығын күрһәтте.
Өсөнсө көндө иртә таңдан күк күкрәп, йәшен йәшнәне, тау өҫтөн ҡуйы болот ҡаплап алды, мөгөҙ борғоноң ҡеүәтле тауышы яңғыраны. Тупламдағы бөтә халыҡ ҡурҡып ҡалтыранды.
Халыҡ ситтәрәк ҡарап торҙо, Муса Алла янына, ҡара болот эсенә инеп китте.
Гүйә әүәлдән алып Һин хакимлыҡ итмәгән, Исемеңде йөрөтмәгән халыҡҡа оҡшап ҡалдыҡ.
Раббы асыуланмай оҙаҡ түҙә, Әммә ҡеүәте Уның сикһеҙ; Золомдо язаһыҙ ҡалдырмай, Уның юлы – дауыл, ғәрәсәттер, Ә болот – аяғы аҫтындағы туҙан.
Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте.
Бына һеҙ, яҡынлашып, тауҙың итәгенә баҫтығыҙ. Тау, ялҡыны күктәргә олғашып, яна ине. Тирә-яҡты ҡара болоттар менән ҡуйы ҡараңғылыҡ ҡаплағайны.