1 Раббы Дауытты бөтә дошмандарынан һәм Шаулдың ҡулынан ҡотҡарған көндө, Дауыт Раббыға бағышлап йыр башҡарҙы.
Шунда Наҫан Дауытҡа: – Ул кеше – һин ул. Исраил Аллаһы Раббы бына нимә ти: «Мин һине Исраилға батша итеп мәсехләнем, һине Шаулдан ҡотҡарҙым.
Мине дошмандарымдан ҡотҡарған. Һөжүм итеүселәрҙән өҫтөн сығарған, Залим әҙәмдең ҡулынан йолоп алған.
Был көн Дауыт тәү тапҡыр Асаф менән туғандарынан Раббыны данлаған изге йырын йырлата:
Бинахаҡҡа мине дошман күргәндәр, Ғәйепһеҙҙән миңә нәфрәт тотҡандар, Бер-береһенә күҙ ҡыҫып, тантана итә алмаһын.
Ҡотҡарыуыңдың шатлығын миңә ҡайтар, Һине тыңларға ашҡынып торған рух биреп, Миңә таяныс бул.
Шул саҡ Муса һәм Исраил халҡы Раббыға ошо данлау йырын йырланы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Аты менән һыбайлыны диңгеҙгә бырғаны.
Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ,
Муса, йыйылған бөтә Исраил халҡы ишетерлек итеп, был йырҙы баштан алып аҙағына тиклем әйтеп бирҙе.
Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.
Шул көндө Девора менән Авиноғам улы Бараҡ ошо йырҙы йырланы:
Дауыт сүлдәге ышыҡ урындарҙа, Зиф сүленең таулығында йәшеренеп ятты. Шаул уны туҡтауһыҙ эҙәрләне, әммә Алла Дауытты уның ҡулына бирмәне.
Исраил батшаһы! Кем артынан сыҡтың һин? Кемде баҫтыраһың? Үлгән этте, бер бөртөк бөрсәне аулайһың түгелме?
Берәй әҙәм, йәнеңде көҫәп, һине эҙәрләй башлаһа, хакимымдың йәне Аллаң Раббының ғүмер төйөнөндә төйнәлгән булыр. Дошмандарыңдың йәнен иһә Ул һапҡылағы таш кеүек сойорғотор.
Һинең ғүмерең бөгөн миңә ни тиклем ҡиммәт булған, Раббы минекен дә шулай баһалаһын, бөтә бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын.
Дауыт: «Былайтып берәй көн Шаулдың ҡулынан һәләк булыуым бар, – тип уйланы. – Шуға күрә минең өсөн пелешти еренә ҡасыуҙан да яҡшыһы юҡ. Ул саҡта Шаул да Исраилдың бер осонан алып икенсе осона тиклем эҙләүҙән туҡтар, мин дә уның ҡулынан ҡотолормон», – тигән ҡарарға килде.