Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 21:6 - Изге Яҙма

6 Шуның өсөн уның нәҫел-ырыуынан ете кешене бирегеҙ. Беҙ уларҙы Раббы хозурында, Шаул Гивғаһында, Раббы тауында язаларбыҙ. – Бирермен, – тине батша.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 21:6
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Өс көн үткәс, фирғәүен һине лә күтәрер: һин дар ағасында аҫылынып торорһоң, ә тәнеңде ҡоштар суҡып өҙгөләр.


ә баш икмәксене дарға аҫтырҙы – Йософ нисек әйтһә, шулай булды.


Ахиҫофел иһә, кәңәшен тотмағандарын күреп, ишәген эйәрләне лә юлға сыҡты һәм тыуған ҡалаһына, өйөнә ҡайтып китте. Ғаиләһенә васыятын әйткәндән һуң, аҫылынып үлде. Уны атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар.


Быны бер яугир күреп ҡалды ла килеп Йоавҡа: – Мин Авшаломдың имәнгә эленеп торғанын күрҙем, – тип хәбәр итте.


Нәҫел-ырыуым хакимым батша алдында үлемдән башҡаға лайыҡ булмағанда ла, һин мин ҡолоңдо үҙең менән бер өҫтәл артында ашап-эсеп йөрөгәндәр араһына ултырттың. Шулай булғас, батшаға үпкәләргә ни хаҡым бар минең? – тине.


Гивғанан Шемаға улдары башлыҡ Ахиғәзер һәм Йоаш; Ғазмауыҫ улдары Йезиил менән Пәләт; Ғанаҫоҫтан Бераха менән Йеһу;


Минән тағы бер әмер булыр: әгәр ҙә мәгәр берәй кеше был фарманды боҙһа, уның өйөнөң бер ниргәһе һурып алыныр ҙа теге кеше ана шул ҡаҙыҡҡа ултыртылыр, ә йортонан емереклектәр генә тороп ҡалыр.


Ул тәңкәләрҙе Алла йортонда атып бәрҙе лә сығып китеп аҫылынды.


Шунан улар батша һораған, һәм Алла Бинйәмин нәҫеленән булған Ҡиш улы Шаулды биргән. Ул ҡырҡ йыл идара иткән.


Әгәр берәйһе үлем язаһына торошло енәйәт ҡылһа һәм ул үлтерелеп ағасҡа аҫып ҡуйылһа,


Шунан Йушағ был батшаларҙы үлтереп, уларҙың мәйеттәрен биш бағанаға аҫып ҡуйҙы, улар кискә тиклем аҫыулы торҙо.


Йушағ Ғай батшаһын бағанаға аҫты. Батшаның кәүҙәһе бағанала кискә тиклем аҫылынып торҙо, ә эңерҙә Йушағ уны төшөрөргә һәм ҡала ҡапҡаһы алдына ташларға ҡушты. Өҫтөнә ҙур таш өйөмө өйҙөләр, ул әле лә шунда.


Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй.


– Раббының кемде һайлағанын күрҙегеҙме? – тине Шемуил бар халыҡҡа. – Бөтә халыҡ араһында уға тиңе юҡ. Шул саҡ һәммә халыҡ: – Йәшәһен батша! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.


Шаул да Гивғаға үҙенең өйөнә йүнәлде. Күңелдәренә Алла ҡағылған ҡыйыу ир-егеттәр уға эйәрҙе.


Илселәр, Шаул Гивғаһына килеп, был хәлдәрҙе халыҡҡа һөйләп биргәс, бөтәһе лә ҡысҡырып илаша башланы.


Инде беләм: һин мотлаҡ батша буласаҡһың һәм Исраил батшалығы, һинең ҡулыңа күскәс, көсәйәсәк.


Инде минән һуң тоҡомомдоң тамырын ҡоротмаҫҡа, атам йортонан исемемде юймаҫҡа Раббы исеме менән ант ит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ