Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 21:17 - Изге Яҙма

17 Әммә Серуяһ улы Авишай ярҙамға килеп, Дауытты ҡотҡарып ҡалды, пелешти кешеһен үлтерә сәнсте. Шунда Дауыттың кешеләре: – Исраилдың шәме һүнмәһен өсөн, башҡаса һин беҙҙең менән яуға йөрөмәйәсәкһең, – тип ант итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 21:17
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына хәҙер бөтә нәҫел-нәсәп миңә ҡаршы сыҡты: «Үҙ туғанын үлтергән кешене бир беҙгә, ағаһын үлтергән өсөн беҙ уның үҙен үлтерәбеҙ, шул рәүешле беҙ вариҫтан ҡотолабыҙ», – тиҙәр. Былай булһа, улар минең һуңғы өмөт сатҡыһын да һүндерәләр бит, ерҙә иремдең исеме лә, тоҡомо ла ҡалмаясаҡ.


Дауыт кешеләрен өс өлөшкә бүлде. Беренсеһенә – Йоавты, икенсеһенә Йоавтың туғаны – Серуяһ улы Авишайҙы, өсөнсөһөнә Ғаҫ кешеһе Иттайҙы башлыҡ итте. Батша яугирҙәренә: – Мин дә һеҙҙең менән барам! – тине.


Әммә улар: – Юҡ, бара күрмә, әгәр беҙ ҡаса башлаһаҡ, быға иғтибар итеүсе булмаҫ; беҙҙең яртыбыҙ үлеп ҡалһа ла, бер кем дә ыжламаҫ. Ә һин бер үҙең беҙҙең ун меңебеҙгә торошлоһоң. Шулай булғас, беҙҙең өсөн һинең ҡаланан тороп ярҙам итеүең яҡшыраҡ, – тип ҡаршы төштөләр.


Бәлә көнөмдә улар ҡаршыма төшкәйне, Әммә Раббы миңә терәк булды.


Йә Раббым, Һин минең шәмсырағым. Раббы минең ҡараңғылығымды яҡтырта.


Шулай ҙа исемемде төйәкләндерер өсөн Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында, Минең хозурымда ҡолом Дауыттың шәме һәр ваҡыт янып торһон тип, бер ырыуҙы Сөләймәндең улына ҡалдырам.


Шуға ҡарамаҫтан, Дауыт хаҡына Аллаһы Раббы Авиямдан һуң уның улын тәхеткә ултыртты. Шулай итеп, Йәрүсәлимде имен ҡылды, был ҡалала Дауыттың шәмен һүндермәне.


Һин яратҡандар Һиңә шөкөр итәләр, Раббы, Тоғро бәндәләрең маҡтау яуҙыралар.


Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.


Шул саҡ Ҡареах улы Йоханан Миспала йәшертен генә Гедалъяһ менән һөйләште: – Рөхсәт ит, барып, Неҫанъяһ улы Исмәғилде үлтерәйем, – тине. – Был хаҡта бер кем дә белмәҫ! Ни өсөн уның һине үлтереүенә юл ҡуйырға? Юғиһә һинең яныңа йыйылған бөтә йәһүҙиҙәр таралып бөтөр, Йәһүҙәлә ҡалғандар һәләк булыр.


Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ