Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 21:16 - Изге Яҙма

16 Рефалар нәҫеленән Йишби-Бенов тигән бер кеше – уның һөңгөһөнөң баҡыры ғына ла өс йөҙ шекел ауырлығында ине, билендәге ҡылысы ла яңы – Дауытҡа сәнсмәк булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 21:16
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ун дүртенсе йылда Кедорлағомер үҙенә ҡушылған батшалар менән Ғаштароҫ-Ҡарнаимда рефаларҙы, Һамда зуздарҙы, Шаве-Ҡиръяҫаимда эмдарҙы,


Алла улдары кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа, һәм унан һуңыраҡ та, ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.


Бынан һуң Говта пелештиҙәр менән тағы һуғыш булды. Унда Хушанан Сиббехай рефалар тоҡомонан булған Сафты үлтерҙе.


Һуңғараҡ йәнә бер һуғыш Ғаҫта булды. Унда бер һонтор кәүҙәле кешенең ике ҡулы ла, аяҡтары ла алтышар бармаҡлы булып, бармаҡтары йәмғеһе егерме дүрт ине. Ул да рефалар тоҡомонан.


Ошо дүртәүҙең барыһы ла Ғаҫта йәшәгән рефалар тоҡомонан ине, улар Дауыт менән уның кешеләре тарафынан үлтерелде.


Пелештиҙәр Рефалар үҙәненә килеп урынлашты.


Тәүҙә улар Цин сүленән алып Лево-Хамаҫ янындағы Реховҡа тиклемге ерҙәрҙе ҡарап сыҡты,


– Беҙ һин ебәргән ерҙәрҙә йөрөнөк, – тине улар Мусаға, – унда ысынлап та һөт менән бал ағып ята, бына уның емештәре.


Инде беҙ ҡайҙа барайыҡ? Туғандарыбыҙ, ундағы халыҡтың беҙҙән көслөрәк һәм оҙон буйлыраҡ булыуын, ҡалаларының ҙур, күккә олғашҡан нығытмалар менән уратылғанын, унда Ғанаҡ тоҡомдарын да күреүҙәрен һөйләп, йөрәгебеҙҙең кәрен алды», – тинегеҙ.


Әүәл унда Ғанаҡ тоҡомдары һымаҡ оҙон буйлы, көслө һәм ишле халыҡ – эмдар йәшәй ине.


Улар ҙа ғанаҡтар һымаҡ рефаларҙан һаналды, ләкин моавтар уларҙы эмдар тип атаны.


Замзумиҙар Ғанаҡ тоҡомдары һымаҡ оҙон буйлы, көслө һәм ишле халыҡ ине. Раббы уларҙы ғаммондарҙың алдынан ҡырып бөтөрҙө. Ғаммондар, уларҙың ерҙәрен баҫып алып, үҙҙәре төйәкләнде.


Башан батшаһы Ғоғ рефалар нәҫеленән һуңғы кеше ине. Уның һикеһе – тимер һике – хәҙер ғаммондарҙың Рабба ҡалаһында тора, оҙонлоғо – ҡабул ителгән үлсәм менән туғыҙ терһәк, ә иңе – дүрт терһәк.


күп һанлы, оҙон буйлы халыҡҡа, Ғанаҡ тоҡомдарына, ҡаршы бараһың. Уларҙы һин беләһең. «Кем ғанаҡтарға ҡаршы тора алыр?» – тигәнде ишеткәнең бар.


Исраилдар йәшәгән ерҙәрҙә бөтә ғанаҡтар ҡырылып бөттө, улар бары тик Газала, Ғаҫта һәм Ашдодта ғына иҫән ҡалды.


Калев был ҡаланан Ғанаҡ нәҫеленән өс кешене – Шешайҙы, Ахиманды һәм Талмайҙы ҡыуып сығарҙы.


Оҙон һөңгөһөнөң һабы туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы кеүек, ә тимер башағы – алты йөҙ шекел ауырлығында. Голиаҫтың алдынан ҡалҡан йөрөтөүсеһе килә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ