15 Пелештиҙәр менән исраилдар араһында яңынан һуғыш башланды. Дауыт үҙенең кешеләрен алып пелештиҙәргә ҡаршы алышҡа сыҡты, әммә уның хәле бөтә башланы.
Рефалар нәҫеленән Йишби-Бенов тигән бер кеше – уның һөңгөһөнөң баҡыры ғына ла өс йөҙ шекел ауырлығында ине, билендәге ҡылысы ла яңы – Дауытҡа сәнсмәк булды.
Дауыттың Исраилға батша итеп мәсехләнгәнен ишеткәс, бөтә пелештиҙәр уны эҙләргә кереште. Был хаҡта белеп ҡалғас, Дауыт нығытмаға йүнәлде.
Күпмелер ваҡыттан һуң пелештиҙәр йәнә Рефалар үҙәненә килеп урынлашты.
Дауыт Раббы нисек бойорһа, шулай эшләне һәм пелештиҙәрҙе Гевағтан алып Гәзәргә тиклем юл буйы ҡырып барҙы.
Күпмелер ваҡыт үткәс, Дауыт, пелештиҙәрҙе ҡыйратып, уларҙы үҙенә буйһондорҙо һәм Мәҫәг-Амманы тартып алды.
Бынан һуң Гәзәрҙә пелештиҙәр менән һуғыш була. Хушанан Сиббехай рефалар тоҡомонан булған Сиппайҙы үлтерә һәм пелештиҙәр буйһонорға мәжбүр була.
Раббы Алла, Исраилдың Аллаһы мөбәрәк булһын! Бары тик Ул – ғәжәйеп эштәр ҡылыусы.
Алдында сүлдәге ҡәбиләләр теҙ сүкһен, Дошмандары саң-туҙан ялаһын.
Ул көндө өйҙө һаҡлағандар ҡалтырар, көслөләр хәлһеҙләнер, аҙ ҡалған тирмәнселәр тартыуҙан туҡтар, тәҙрәнән ҡарағандарҙың күҙ алдары ҡараңғыланыр,