13 Шулай итеп, Дауыт Шаул менән улы Йонаҫандың һөйәктәрен алып ҡайтты; теге язаланған кешеләрҙең һөйәктәрен дә йыйып алдылар.
Шунан һуң Дауыт Ғилғәд Явешында йәшәүселәрҙән Шаул менән Йонаҫандың һөйәктәрен барып алып ҡайтты. Эш шунда: Шаулды Гилбоағ тауында үлтергәндән һуң, пелештиҙәр уның һәм улының мәйетен Бейт-Шеан майҙанында аҫып ҡуйған була. Ғилғәд Явешы кешеләре уларҙы шунан йәшерен рәүештә алып ҡайта.
Шаул менән улы Йонаҫандың һөйәктәрен Бинйәмин ерендәге Селағ тигән урында Шаулдың атаһы Ҡиштың төрбәһендә дәфен ҡылдылар. Батша нисек бойорһа, шулай эшләнеләр. Шунан һуң Алла, исраилдарҙың ялбарыуҙарын ҡабул ҡылып, илде ҡыҙғанды.