11 Шаулдың йәриәһе Айяһ ҡыҙы Риспаның нимә эшләгәнен Дауытҡа һөйләнеләр.
Йәһүҙә халҡы Хевронға килеп, Дауытты Йәһүҙә ырыуына батша итеп мәсехләне. Шул ваҡыт Дауытҡа, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡы Шаулды ерләгән, тигән хәбәр килтерҙеләр.
Айяһ ҡыҙы Риспа ҡыл туҡыма алды ла уны шул тау өҫтөндә түшәне. Ураҡҡа төшкәндән алып, күктән ямғырҙар ҡоя башлағансы, ул ошонда ҡалды. Көндөҙ мәйеттәрҙе ҡоштарҙан, ә төндә ҡыр йәнлектәренән һаҡланы.
Шунан һуң Дауыт Ғилғәд Явешында йәшәүселәрҙән Шаул менән Йонаҫандың һөйәктәрен барып алып ҡайтты. Эш шунда: Шаулды Гилбоағ тауында үлтергәндән һуң, пелештиҙәр уның һәм улының мәйетен Бейт-Шеан майҙанында аҫып ҡуйған була. Ғилғәд Явешы кешеләре уларҙы шунан йәшерен рәүештә алып ҡайта.