9 – Һаумы, ҡустым? – тип иҫәнләште Йоав Ғамаса менән. Шунан Йоав, үбергә теләгән кеше булып, уң ҡулы менән Ғамасаның һаҡалынан тотто.
Берәйһе уның янына баш эйергә тип яҡынлашһа, ул, ҡулын һуҙып, уны ҡосаҡлай һәм үбә торғайны.
Авшалом Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп Ғамасаны тәғәйенләне. Ғамаса Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр исемле бер кешенең улы ине. Әсәһе Нахаш ҡыҙы Авигаил – Серуяһтың ҡыҙ туғаны. Серуяһ иһә – Йоавтың әсәһе.
– Теге егет – Авшалом иҫән-һаумы? – тип һораны батша. – Йоав батшаның бер ҡолон һәм мин ҡолоңдо бында ебәргәндә бик ныҡ ығы-зығы ине, артабан ни булғанын белмәйем, – тине Ахимағас.
Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.
Раббы ул түккән ҡанды уның үҙ башына төшөрәсәк. Ул, атайым Дауытҡа белдермәйенсә, һис бер ғәйепһеҙгә үҙенән һәйбәтерәк һәм тоғрораҡ ике кешене – Исраил ғәскәре башлығы Авнер Нер улын һәм Йәһүҙә ғәскәре башлығы Ғамаса Йәҫәр улын ҡылыстан үткәрҙе.
Теле йомшаҡ, күңеле тулы яуызлыҡ булған кеше ялтырауыҡ ялатылған балсыҡ көршәк ише.
Дуҫың һине яҡшылыҡ өсөн яралар, ә күрә алмаған бәндә күп үбер.
Неҫанъяһ улы Исмәғил һәм уның менән бергә килгән ун кеше, тороп, Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһты – Бабил батшаһы тарафынан илгә идарасы итеп ҡуйылған кешене – ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе.
Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.
Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, һәм Раббы Исраил халҡына ҡотҡарыусы итеп Бинйәмин ырыуынан Гераның улы Эһудты ҡуйҙы. Эһуд һулаҡай ине. Исраил халҡы Эһуд аша Моав батшаһы Ғәғлонға яһаҡ ебәрҙе.