8 Ғивғондағы ҙур ташҡа барып еткәс, уларға Ғамаса осраны. Йоав һуғыш кейемендә ине һәм биленә ҡылыс таҡҡайны. Алға атлаған сағында, ҡылысы ҡынынан һурылып сыҡты.
Серуяһ улы Йоав та Дауыттың хеҙмәтселәре менән шунда килде. Улар Ғивғон быуаһы янында осраштылар ҙа, берәүҙәре быуаның бер яғына, икенселәре ҡаршы яғына ултырҙылар.
Шулай итеп, Йоав менән уның ҡустыһы Авишай Авнерҙы Ғивғондағы алышта ҡустылары Ғасаһилдың йәнен ҡыйған өсөн үлтерҙе.
Яхъя дөйә йөнөнән кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө. Сиңерткә һәм солоҡ балы уға ризыҡ булды.
Эһуд үҙенә оҙонлоғо бер терһәк булған, ике яғы ла үткер ҡылыс эшләп алды, уны уң яҡтан кейеме аҫтына ҡыҫтырҙы.