Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 20:21 - Изге Яҙма

21 Эш улай тормай. Әфраим тауҙары яғынан Бихри улы Шевағ тигән бер әҙәм Дауыт батшаға ҡаршы баш күтәрҙе. Миңә ул ғына кәрәк. Уны тотоп бирһәгеҙ, мин ҡалағыҙҙы тыныслыҡта ҡалдырам. – Уның башы ошо диуарҙан ырғытылыр, – тине ҡатын Йоавҡа.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 20:21
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда осраҡлы рәүештә бер йүнһеҙ әҙәм – Бинйәмин ырыуынан Бихри улы Шевағ килеп эләккән була. Шул кеше, борғо ҡысҡыртып, халыҡты йыйҙы ла: – Дауытта беҙҙең өсөн өлөш юҡ, Ишай улында биләмә юҡ беҙгә. Эй исраилдар, һәр кем үҙ өйөнә ҡайтһын әйҙә, – тип ҡысҡырҙы.


Бөтә исраилдар, Дауытты ташлап, Бихри улы Шевағ артынан эйәрҙе лә китте. Йәһүҙиҙәр иһә, батшаларына тоғро ҡалып, Иордандан алып Йәрүсәлимгә тиклем уны оҙатып барҙы.


– Уйымда ла юҡ! Берәй нәмәне юҡ итһәм, емерһәм, мине ҡәһәр һуҡһын! – тип яуап бирҙе Йоав. –


Йоавтың туғаны Серуяһ улы Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы ине. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерҙе лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙанды.


Сөләймәнгә ҡаршы баш күтәреүселәрҙең береһе – Әфраим ырыуының Середа ҡалаһынан Неват улы Яровғам иһә ҡасандыр батшаның яраны була торғайны. Уның атаһы Неват ул ваҡытҡа мәрхүм булһа ла, әсәһе Серуға иҫән ине.


Хатты алғас, улар батшаның бөтә улдарын да үлтерҙеләр ҙә, баштарын кәрзингә һалып, Изреғилгә Йеһуға ебәрҙеләр.


– Имен-аман, – тип яуапланы хеҙмәтсе. – Тик хужамдың бер үтенесе бар. Әфраим таулығындағы пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән ике егет килгән. Шуларға бер талант көмөш менән икешәр алмаш кейем бирмәҫһеңме?


Дан ҡалаһынан һөрән яңғырай, Әфраим тауҙарынан һәләкәт тураһында хәбәр килә.


Исраилды утлауына кире ҡайтарам. Ул Кармәлдә һәм Башанда утлар, Әфраим таулығында һәм Ғилғәдтә туйғансы ашар.


Һарун улы Әлғазар вафат булды. Уны улы Пинхастың биләмәһендә – Әфраим таулығындағы Пинхас Гивғаһында дәфен ҡылдылар.


Ул Гағаш тауынан төньяҡтараҡ ятҡан Әфраим таулығында урынлашҡан биләмәһе Тимнаҫ-Хәрәстә ерләнде.


Гидғон иһә бөтә Әфраим таулығына илселәр ебәрҙе: – Тауҙарығыҙҙан төшөп мидйәндәргә ҡаршы сығығыҙ. Бейт-Бараға тиклем Иордан буйҙарын ҡулда тотоғоҙ! Бөтә әфраимдар, йыйылып, Иордан буйҙарын Бейт-Бараға тиклем ҡулда тотто.


Авимәләхтең үлгәнен күреп, исраилдар өйҙәренә таралышты.


Әммә һуңынан Шаулдың сапан салғыйын киҫеп алған өсөн күңелендә үкенес уянды.


Тик Дауыт Авишайға: – Юҡ, уны үлтермә! – тине. – Раббының мәсихенә ҡул күтәреп, кем язаһыҙ ҡалыр?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ