Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 20:19 - Изге Яҙма

19 Беҙҙең ҡала Исраилдың тыныс, тоғро ҡалаларының береһе, һин Исраил ҡалаларының әсәһе һаналған ошо ҡаланы юҡ итергә уйлайһыңмы? Ни өсөн Раббының биләмәһен емерергә теләйһең? – тип һораны ҡатын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 20:19
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббыға яҡыныраҡ килеп: – Яуыздар менән бергә тәҡүәләрҙе лә юҡ итерһеңме икән ни? – тип һораны. –


Батша үтенесемде тыңлар һәм, Алла тарафынан беҙгә тәғәйенләнгән мал-мөлкәткә ҡыҙығып, мине һәм улымды юҡ итергә ниәтләгәндең ҡулынан ҡотҡарыр».


– Хәҙер тиҙ генә кеше ебәрегеҙ ҙә Дауытҡа әйтегеҙ, – тине Хушай, – был төндә ҡырҙа ҡалмаһындар, ә тиҙерәк йылғаны аша сыҡһындар. Юҡһа батша ла, уның янындағы кешеләр ҙә һәләк булыр.


– Борон замандарҙа: «Кәңәш кәрәк булһа, Авелдан һора», тигәндәр. Эште ана шулай хәл иткәндәр.


– Уйымда ла юҡ! Берәй нәмәне юҡ итһәм, емерһәм, мине ҡәһәр һуҡһын! – тип яуап бирҙе Йоав. –


Дауыт Ғивғон кешеләренән: – Һеҙгә мин нимә эшләй алам? Исраилдың гонаһын юйыр өсөн һәм һеҙҙең Раббы халҡына фатихалы булыуығыҙ өсөн ни ҡылырға миңә? – тип һораны.


Сөнки, эй Раббы Хаким, ата-бабаларыбыҙҙы Мысырҙан алып сыҡҡан саҡта ҡолоң Муса аша еткергәнсә, донъялағы барса халыҡтар араһынан Үҙеңә биләмә итеп уларҙы һайлап алдың.


Улар асығып, сарсап хәлдән тайғайны, Үлем сигенә еткәйне.


Залимдың хакимлыҡ таяғы Тоғроларҙың биләмәһендә оҙаҡҡа ҡалмаҫ, Юҡһа тәҡүәләр ҡулдарын яман эштәргә һуҙыр.


Эй балалар, килегеҙ, мине тыңлағыҙ: Һеҙҙе Раббынан ҡурҡырға, Уны хөрмәтләргә өйрәтәйем.


«Бабил батшаһы Навуходоносор Ашаны беҙҙе, кимерҙе; Буш туҫтаҡҡа әйләндерҙе, Аждаһалай йотто; Рәхәтләнеп ҡорһағын тултырҙы, Шунан беҙҙе сығарып ташланы.


Бабил илаһы Белды язалайым, Йотҡандарын ауыҙынан тартып алам. Ҡәүемдәр башҡа уға ағылмаҫ, Бабилдың диуарҙары йығылыр.


Бөтә дошмандарың һине мәсхәрәләп көлә, Һыҙғыра, тештәрен шығырлата: «Уны йоттоҡ, ошо көндө күптән көтә инек, Ахырҙа беҙ уны күрҙек!» – тиҙәр.


Яҡуп нәҫеле йәшәгән һәр төйәкте Йәлләмәне бөйөк Хаким – һәләк итте. Асыуынан Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡәлғәләрен емерҙе, Батшалыҡты, хакимдарын мәсхәрәләп ергә йыҡты.


Бөйөк Хаким, дошманға әйләнеп, Исраилды һәләк итте; Бөтә һарайҙарын харабаға әйләндерҙе, Барлыҡ ҡәлғәләрен емерҙе. Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡайғыһын арттырҙы.


Ер ауыҙын асты ла уларҙы, ғаиләләрен, Ҡорах яҡлыларҙы һәм бөтә мал-мөлкәтен йотто.


Шул ваҡытта ер, ярылып китеп, уларҙы йотҡайны – Ҡорах һәм уның яҡлылар һәләк булғайны. Ике йөҙ илле кешене ялҡын көйҙөрөп үлтергәйне һәм улар иҫкәртеүсе билдә булғайны.


Был фани, үлемле тән мәңгелек, үлемһеҙ тәнгә әйләнгәс, Изге Яҙмалағы: «Еңеү үлемде йотоп юҡ иткән була».


Эйе, беҙ донъялағы ҡыуышыбыҙҙа саҡта күңелгә ауыр булғанлыҡтан көрһөнәбеҙ, сөнки ошо тәнебеҙҙән ҡотолорға теләмәһәк тә, үлемгә эйә бар нәмә йәшәү тарафынан йотолһон өсөн, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейемде кейергә теләйбеҙ.


Яулап алыр өсөн берәй ҡалаға яҡынлашҡас, тәүҙә уның халҡына тыныс килешеү тәҡдим ит.


Сөнки Раббының өлөшө – Үҙ халҡы, Яҡуп нәҫеле – Уның биләмәһе.


Исраилдың етәкселәре ҡалманы. Шулай булды һин, Девора, Исраилдың әсәһе, күтәрелгәнсе!


Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй.


Хакимым батша! Зинһар, ҡолоңдо тыңлаһаңсы! Әгәр һине миңә ҡаршы Раббы ҡуҙғатҡан булһа, килтерелгән ҡорбан менән ҡәнәғәт ҡалһын. Әгәр ҙә быны әҙәм балалары эшләгән икән, улар Раббының ҡарғышын алһын, сөнки: «Кит, ят илаһтарға хеҙмәт ит», – тип мине Раббымдың биләмәһендәге өлөшөмдән ситкә тибәрәләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ