18 – Борон замандарҙа: «Кәңәш кәрәк булһа, Авелдан һора», тигәндәр. Эште ана шулай хәл иткәндәр.
Йоав яҡынлашҡас, ҡатын: – Йоав һин булаһыңмы? – тип һораны. – Мин булам, – тип яуап бирҙе ул. – Мин ҡолоңдо тыңла әле, – тине ҡатын. – Тыңлайым, – тине Йоав.
Беҙҙең ҡала Исраилдың тыныс, тоғро ҡалаларының береһе, һин Исраил ҡалаларының әсәһе һаналған ошо ҡаланы юҡ итергә уйлайһыңмы? Ни өсөн Раббының биләмәһен емерергә теләйһең? – тип һораны ҡатын.