Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 20:11 - Изге Яҙма

11 Йоавтың бер йәш яугире Ғамасаның үле кәүҙәһе янында туҡталып: – Кем дә кем Йоавҡа тоғро, кем Дауыт яҡлы, шулар Йоавҡа эйәрһен! – тип ҡысҡырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 20:11
6 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғамаса иһә юл уртаһында ҡан эсендә ята ине. Теге йәш яугир үтеп барған һәр кешенең уның янында туҡталғанын күреп, Ғамасаның кәүҙәһен юлдан ситкә сығарып һалды ла өҫтөнә кейем ырғытты.


Мәйет юлдан алып ташланғас, бөтә һуғышсылар Йоавҡа эйәреп, Бихри улы Шевағты эҙәрләп китте.


Эш улай тормай. Әфраим тауҙары яғынан Бихри улы Шевағ тигән бер әҙәм Дауыт батшаға ҡаршы баш күтәрҙе. Миңә ул ғына кәрәк. Уны тотоп бирһәгеҙ, мин ҡалағыҙҙы тыныслыҡта ҡалдырам. – Уның башы ошо диуарҙан ырғытылыр, – тине ҡатын Йоавҡа.


Дауыт Ғамасаға: – Өс көн эсендә Йәһүҙәнең бөтә ирҙәрен минең янға саҡыр, үҙең дә кил, – тине.


Йеһу тәҙрәгә туп-тура төбәлеп: – Кемегеҙ минең яҡлы? – тип ҡысҡырҙы. Һарай әһелдәренең икәү-өсәүһе үрелеп ҡарағас:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ