Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 20:10 - Изге Яҙма

10 Ғамаса уның ҡулындағы ҡылысынан һаҡланырға уйламаны, Йоав уның ҡорһағын ярып ебәрҙе. Ғамасаның эсәк-бауыры килеп сыҡты, икенсе тапҡыр ҡаҙарға ла тура килмәне. Ғамаса йән биргәйне инде. Йоав ҡустыһы Авишай менән Бихри улы Шевағты ҡыуа китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 20:10
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡабил ҡустыһы Һабилға: – Әйҙә, яланға сығайыҡ, – тине. Бергәләп яланға сыҡтылар. Шунда Ҡабил Һабилға ташланды ла уны үлтерҙе.


Ләкин тегеһе һаман эҙәрләүен дауам итте. Шунан һуң Авнер һөңгөһөнөң һабы менән уның ҡорһағына ҡаҙаны. Һөңгө Ғасаһилды үтәнән-үтә тишеп сыҡты. Ғасаһил торған урынында йығылып йән бирҙе. Ғасаһил үлеп ятҡан урынға килгәндәрҙең бөтәһе лә туҡтап ҡалды.


– Һаумы, ҡустым? – тип иҫәнләште Йоав Ғамаса менән. Шунан Йоав, үбергә теләгән кеше булып, уң ҡулы менән Ғамасаның һаҡалынан тотто.


Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.


Уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған, уң ҡул менән дә, һул ҡул менән дә таш ырғыта һәм йәйәнән уҡ ата торған был бинйәминдәр Шаулдың ағай-энеһе була.


Неҫанъяһ улы Исмәғил һәм уның менән бергә килгән ун кеше, тороп, Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһты – Бабил батшаһы тарафынан илгә идарасы итеп ҡуйылған кешене – ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе.


Берәү берәүҙе хаслашыуҙан йыға төртөп йәки уҫал ниәт менән берәй әйбер ырғытып үлтерһә,


Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, һәм Раббы Исраил халҡына ҡотҡарыусы итеп Бинйәмин ырыуынан Гераның улы Эһудты ҡуйҙы. Эһуд һулаҡай ине. Исраил халҡы Эһуд аша Моав батшаһы Ғәғлонға яһаҡ ебәрҙе.


Шул саҡ Эһуд һул ҡулын һуҙып, уң яҡ биленә ҡыҫтырылған ҡылысын тартып алды ла уны Ғәғлондың эсенә ҡаҙаны.


Авишай Дауытҡа: – Бөгөн Алла дошманыңды ҡулыңа тотторҙо, – тине. – Ҡана, рөхсәт ит миңә, уны бер һелтәүҙә һөңгөһө менән ергә сәнсә ҡаҙайым. Икенсе тапҡыр һелтәнеүҙең кәрәге лә булмаҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ