6 Шуға күрә Раббы һеҙгә Үҙенең мәрхәмәтен һәм тоғролоғон насип итһен. Был яҡшылығығыҙ өсөн мин дә һеҙгә яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарырмын.
Дауыт: «Нахаштың миңә игелеге күп тейгәйне, мин дә улы Ханунға яҡшылыҡ эшләйем әле», – тип уйланы. Дауыт, атаһының вафаты айҡанлы ҡайғыһын уртаҡлашыр өсөн, Ханунға ярандарын ебәрҙе. Дауыттың хеҙмәтселәре Ғаммон еренә барғас,
Һин кисә генә бында килдең, инде бөгөн мин һине үҙебеҙгә эйәрергә мәжбүр итәйемме ни? Мин ҡайҙа барырымды үҙем дә белмәйем әле. Бар, ҡайт, ағай-энеңде лә алып кит. Раббының мәрхәмәте һәм тоғролоғо юлдаш булһын һиңә!
Ә хәҙер көслө һәм ҡыйыу булығыҙ; хакимығыҙ Шаул вафат булды, ә Йәһүҙә ырыуы мине үҙенә батша итеп мәсехләне.
– Шаул тоҡомонан берәй иҫән кеше ҡалмағанмы? – тине батша. – Мин уға Алла хаҡына игелек күрһәтер инем. – Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар, – тине Сива батшаға.
Дауыт уға былай тине: – Ҡурҡма, атайың Йонаҫан хаҡына мин һине мәрхәмәтемдән айырмам, ҡартатайың Шаулдың бөтә баҫыуҙарын һиңә ҡайтарып бирәм. Үҙең иһә һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашап-эсерһең.
Юҡ! Күңелегеҙ тулы ғәҙелһеҙлек, Ҡулдарығыҙ ер йөҙөнә йәбер-золом сәсә.
Раббы Муса алдынан үтеп, былай иғлан итте: – Раббы, Раббы, рәхимле һәм мәрхәмәтле, сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле һәм тоғро Раббы Алла.
Яуызлыҡ ниәтләгән юлдан аҙашмаҫмы? Ә һөйөү һәм тоғролоҡ яҡшы ниәтлеләр менән булыр.
Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.
Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләгән кешеләр өсөн доға ҡылығыҙ.
Шәфҡәтлеләр бәхетле, сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер.
Ирҙәр иһә: – Беҙҙең йәнебеҙ һеҙҙең йәнегеҙ өсөн! – тине. – Әгәр беҙҙең турала бер кемгә лә һөйләмәһәгеҙ, Раббы был ерҙе беҙгә биргәс, беҙ һеҙгә яҡшылыҡ өсөн яҡшылыҡ менән түләрбеҙ, – тип яуапланы.
Ноғоми килендәренә: – Барығыҙ, әсәйҙәрегеҙ йортона ҡайтығыҙ. Һеҙ мәрхүмдәргә һәм миңә ҡарата игелекле булған кеүек, Раббы һеҙгә ҡарата ла мәрхәмәтле булһын.