25 Бинйәмин ырыуы кешеләре йыйылып килеп Авнерҙы уратып алдылар ҙа, ҡалҡыулыҡ өҫтөндә туҡтап ҡалдылар.
Әммә Йоав менән Авишай Авнерҙы ҡыуып китте. Улар Амма ҡалҡыулығына килеп еткәндә, ҡояш байығайны инде. Ғивғон сүленә барған юл буйындағы Гиах ҡаршыһында ине был ҡалҡыулыҡ.
Авнер Йоавҡа былай тип ҡысҡырҙы: – Ҡасанға тиклем бер-беребеҙҙе ҡылыстан ҡырырбыҙ? Әллә һин бының ҡайғы-хәсрәт кенә килтеререн белмәйһеңме? Кешеләреңә: «Үҙ туғандарыбыҙҙы эҙәрләмәйек», – тип ниңә һаман әйтмәйһең?