17 Ул көндө алыш бик ҡаты булды. Дауыттың хеҙмәтселәре Авнер менән килгән Исраил кешеләрен еңде.
Авнер Йоавҡа: – Егеттәр тороп беҙҙең алда көс һынашып алһындар әле, – тине. – Әйҙә, һынашһындар, – тине Йоав.
Бына улар бер-береһенең баштарынан тотоп алдылар, береһе икенсеһенең ҡабырғаһына ҡылыс менән сәнсте һәм уның менән бергә йығылды. Шуға күрә лә Ғивғондағы был урын Хелҡаҫ-Һассурим тип аталды.
Шаулдың нәҫел-нәсәбе менән Дауыт нәҫеле араһындағы талаш-тартыш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Дауыт көсәйгәндән-көсәйә барҙы, ә Шаул нәҫеле хәлһеҙләнде.
Ыҙғыш башы быуа йырылыуға тиң, ҡыҙып китмәҫ элек туҡтай һал.