Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 19:9 - Изге Яҙма

9 Исраилдың бөтә булған ырыуҙары халҡы үҙ-ара бәхәсләшеп, һөйләшеп: – Батша беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы, пелештиҙәрҙән азат итте, ә хәҙер үҙе Авшалом арҡаһында ҡасып китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 19:9
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт Йәрүсәлимдә үҙ янында булған бөтә хеҙмәтселәренә: – Ҡуҙғалығыҙ, ҡасырға кәрәк, юғиһә Авшаломдан һис кем ҡотола алмаҫ. Йәһәт булығыҙ, ул бында килеп етеп, тотоп алмаҫ элек китәйек, юҡһа ул беҙҙе бәләгә тарытыр, бөтә ҡаланы ҡылыстан үткәрер, – тине.


Авшаломдың мәйетен иһә урмандағы тәрән бер соҡорға ырғыттылар ҙа өҫтөнә бейек итеп таш өйөп ҡуйҙылар. Бөтә исраилдар өйҙәренә ҡасып ҡайтып китте.


Беҙгә хаким итеп мәсехләнгән Авшалом һуғышта үлеп ҡалды. Шулай булғас, нимә көтөргә? Батшаны кире ҡайтарырға кәрәк, – тинеләр.


Батша Гилгалға юл алды, уның менән Кимһам да китте. Йәһүҙәнең барлыҡ халҡы һәм Исраилдың яртыһы батшаны оҙатып ҡалды.


Һин мине халҡымдың фетнәләренән ҡотҡарҙың, Ҡәүемдәргә башлыҡ итеп һаҡланың, Үҙем белмәгән халыҡтар миңә хеҙмәт итә.


Дауыт, Бәғел-Перасимға барып, пелештиҙәрҙе тар-мар итте. Шунда Дауыт былай тине: – Һыу ташҡыны ҡаршылыҡтарҙы емереп үткән һымаҡ, Раббы алдымда дошмандарымды туҙҙырып ташланы. Шуға күрә был урынды Бәғел-Перасим тип атанылар.


Мин уларға: «Кемегеҙҙә алтын бар, килтерегеҙ», – тинем. Алып килделәр. Мин алтынды утҡа ташланым да бына ошо үгеҙ башмаҡ килеп сыҡты.


Шулай итеп, Дауыт пелештиҙе һапҡы һәм таш менән еңде. Ул пелештиҙе бәреп үлтерҙе. Дауыттың ҡулында ҡылысы юҡ ине.


– Дауытҡа әйтегеҙ, батша, дошмандарынан үс алыр өсөн, мәһәргә йөҙ пелештиҙең сөннәт тиреһенән башҡа бер нәмә лә һорамай, – тип бойорҙо Шаул. Ул шул рәүешле Дауыттың пелештиҙәр ҡулына эләгеп менән һәләк булырына өмөтләнде.


Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, пелештиҙе үлтерҙе. Раббы бөтә Исраилға бөйөк еңеү бирҙе. Быны һин үҙең дә күреп торҙоң, ҡыуандың. Шулай булғас, ниңә ғәйепһеҙгә ҡан түгергә, Дауытты бер сәбәпһеҙ үлтереп гонаһ ҡылырға уйлайһың?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ