Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 19:43 - Изге Яҙма

43 Исраилдар йәһүҙиҙәргә: – Батшала беҙ ун өлөш, – тип яуапланы. – Тимәк, беҙҙең Дауытҡа хоҡуғыбыҙ ҙа күберәк. Шулай булғас, ниңә һеҙ беҙҙе һанға һуҡмайһығыҙ? Батшаны кире ҡайтарыу тураһында ла иң тәүҙә беҙ әйтмәнекме ни? Әммә йәһүҙиҙәрҙең һүҙҙәре исраилдарҙыҡына ҡарағанда үтемлерәк булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 19:43
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыттың һүҙҙәре йәһүҙиҙәрҙең күңелен йомшартты. Улар барыһы бер булып батшаға кеше ебәрҙеләр һәм: «Эй батша, бөтә хеҙмәтселәрең менән кире ҡайт», – тинеләр.


Исраилдың бөтә булған ырыуҙары халҡы үҙ-ара бәхәсләшеп, һөйләшеп: – Батша беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы, пелештиҙәрҙән азат итте, ә хәҙер үҙе Авшалом арҡаһында ҡасып китте.


Шунда осраҡлы рәүештә бер йүнһеҙ әҙәм – Бинйәмин ырыуынан Бихри улы Шевағ килеп эләккән була. Шул кеше, борғо ҡысҡыртып, халыҡты йыйҙы ла: – Дауытта беҙҙең өсөн өлөш юҡ, Ишай улында биләмә юҡ беҙгә. Эй исраилдар, һәр кем үҙ өйөнә ҡайтһын әйҙә, – тип ҡысҡырҙы.


Дауыт Авишайға: – Инде Бихри улы Шевағтың беҙгә Авшаломға ҡарағанда ла күберәк зыян килтереүе бар. Минең кешеләремде ал да уны эҙәрләргә сыҡ. Юғиһә уның, берәй нығытылған ҡалаға барып, күҙебеҙҙән юғалыуы бар, – тине.


Исраилдың бөтә ырыуҙары Хевронға, Дауыт янына килеп, былай тине: – Беҙ һинең менән бер йән, бер тән.


Батшаның үҙҙәрен тыңламағанын күргәс, бөтә исраилдар уға: – Дауыт менән ниндәй уртаҡлығыбыҙ бар беҙҙең? Ишай улының биләмәһендә беҙҙең өлөшөбөҙ юҡ! Эй Исраил халҡы, әйҙәгеҙ таралышайыҡ! Дауыт йорто инде үҙ нәҫелен генә ҡараһын! – тинеләр ҙә өйҙәренә ҡайтып киттеләр.


Тәкәбберлектән тик ыҙғыш сыға, кәңәшле эш иткәндәр аҡыл йыя.


Йомшаҡ яуап асыуҙы баҫыр, ҡаты һүҙ һарыуҙы ҡайнатыр.


Ыҙғыш башы быуа йырылыуға тиң, ҡыҙып китмәҫ элек туҡтай һал.


Рәнйеүле туған – нығытмалы ҡала, ә ыҙғыш бикле ҡапҡа һымаҡ айыра.


Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең.


Әгәр бер-берегеҙҙе кимереп, этләшеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, бер-берегеҙҙе ҡырып бөтөүегеҙ бар. Һаҡ булығыҙ!


ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу,


Мәғәнәһеҙ данға ынтылмайыҡ, бер-беребеҙҙең йәнен көйҙөрмәйек, бер-беребеҙҙән көнләшмәйек.


Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ.


сөнки кеше асыулы сағында Аллаға хуш килмәҫтәйҙе эшләй.


Әфраимдар: – Ниңә мидйәндәргә ҡаршы һуғышҡа сыҡҡаныңда беҙҙе саҡырманың? – тип Гидғонға ныҡ үпкәләнеләр.


Алла Авимәләх менән Шәхәм кешеләре араһына яуыз рух ебәрҙе, һәм Шәхәм кешеләре Авимәләхкә хыянат итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ