42 Йәһүҙәнең ир-уҙамандары исраилдарға: – Сөнки батша – беҙҙең яҡын туғаныбыҙ. Ниңә асыуығыҙ ҡабара? Әллә беҙ батшаныҡын ашап-эстекме? Әллә батша беҙгә берәй бүләк бирҙеме? – тип яуап ҡайтарҙылар.
Һеҙ – минең туғандарым, тәнем дә, йәнем дә – һеҙ. Ә ниңә һеҙ батшаны кире ҡайтарайыҡ тигән һүҙгә иң һуңғылар булып ҡушылырға тейешһегеҙ?»
Исраилдар йәһүҙиҙәргә: – Батшала беҙ ун өлөш, – тип яуапланы. – Тимәк, беҙҙең Дауытҡа хоҡуғыбыҙ ҙа күберәк. Шулай булғас, ниңә һеҙ беҙҙе һанға һуҡмайһығыҙ? Батшаны кире ҡайтарыу тураһында ла иң тәүҙә беҙ әйтмәнекме ни? Әммә йәһүҙиҙәрҙең һүҙҙәре исраилдарҙыҡына ҡарағанда үтемлерәк булды.
Йәһүҙә халҡы Хевронға килеп, Дауытты Йәһүҙә ырыуына батша итеп мәсехләне. Шул ваҡыт Дауытҡа, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡы Шаулды ерләгән, тигән хәбәр килтерҙеләр.
Исраилдың бөтә ырыуҙары Хевронға, Дауыт янына килеп, былай тине: – Беҙ һинең менән бер йән, бер тән.
Әфраимдар: – Ниңә мидйәндәргә ҡаршы һуғышҡа сыҡҡаныңда беҙҙе саҡырманың? – тип Гидғонға ныҡ үпкәләнеләр.