4 Ә батша йөҙөн ҡаплап: – Авшалом, улыҡайым минең! Авшалом, улыҡайым-балаҡайым минең! – тип һамаҡланы.
Серуяһ улы Йоав батшаның Авшаломға ҡарата күңеле йомшарғанын һиҙеп ҡалды ла,
Ә Дауыт илай-илай Зәйтүн тауына менеүендә булды: башы бөркәлгән, аяҡтары яланғас ине. Уның юлдаштары ла ҡайғы билдәһе итеп баштарын ҡаплаған килеш илай-илай атлайҙар.
Батша был хәбәрҙән ҡойолоп төштө лә илап ебәрҙе һәм бер туҡтауһыҙ: – Улыҡайым Авшалом! Улыҡайым минең Авшалом! Һин үлгәнсе үҙем генә үлһәмсе, улыҡайым! – тип һамаҡлай-һамаҡлай ҡапҡа башындағы бүлмәгә йүнәлде.
Һуғышсылар ҡалаға, һуғыш барғанда яу яланын ташлап ҡасҡан өсөн оялған кеше һымаҡ, шым ғына килеп инделәр.
Йоав батшаның өйөнә килде лә Дауытҡа: – Бөгөн һинең ғүмереңде, улдарың менән ҡыҙҙарыңдың ғүмерен, ҡатындарың, йәриәләрең ғүмерен һаҡлап һуғышҡан яугирҙәреңде мыҫҡыл иттең һин, – тине. –