29 Батша иһә: – Ниңә һөйләп тораһың быларҙы? Сива менән икәүләп баҫыуҙарҙы үҙ-ара бүлешеп алығыҙ, тип бойорам, – тине.
Нәҫел-ырыуым хакимым батша алдында үлемдән башҡаға лайыҡ булмағанда ла, һин мин ҡолоңдо үҙең менән бер өҫтәл артында ашап-эсеп йөрөгәндәр араһына ултырттың. Шулай булғас, батшаға үпкәләргә ни хаҡым бар минең? – тине.
– Хакимым батша үҙ өйөнә иҫән-аман әйләнеп ҡайтҡан икән – Сива бөтә ерҙәрҙе алһа ла, үкенесем юҡ, – тип яуап бирҙе Мефи-Бошеҫ.
Шаул йортонда Сива исемле бер хеҙмәтсе бар ине. Уны Дауыт янына саҡырттылар. Батша унан: – Сива тигән кеше һин булаһыңмы? – тип һораны. – Эйе, мин ҡолоңмон, – тип яуапланы тегеһе.
Дауыт уға былай тине: – Ҡурҡма, атайың Йонаҫан хаҡына мин һине мәрхәмәтемдән айырмам, ҡартатайың Шаулдың бөтә баҫыуҙарын һиңә ҡайтарып бирәм. Үҙең иһә һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашап-эсерһең.
Шунан Дауыт батша Шаулдың хеҙмәтсеһе Сиваны саҡырып: – Шаулдыҡы һәм уның бөтә нәҫел-нәсәбенеке булған барлыҡ нәмәне хакимыңдың ейәненә бирәм, – тине. –
Йөрәгем һулыны ҡороған үлән һымаҡ, Тамағымдан үтмәй ҡапҡан ризыҡ.
Эй Алла, өндәшмәй ҡалма, Өнһөҙ генә тик торма, Илаһым!
Тыңлап бөтмәйенсә яуап ҡайтарыу – ахмаҡлыҡ һәм хурлыҡ.
Әммә дәғүәләрегеҙ айырым һүҙҙәр, исемдәр һәм үҙ ҡанунығыҙға бәйле икән, уларҙы үҙегеҙ хәл итегеҙ. Мин бындай эштә хөкөмдар булырға теләмәйем, – тип