21 Әммә Серуяһ улы Авишай: – Раббы мәсехләгән кешене мыҫҡыллаған Шимғи үлергә тейеш түгелме ни? – тип ҡаршы төштө.
Дауыт эргәһендәге кешеләре менән үҙ юлына китте, ә Шимғи тау бите буйлап һаман әрләшә-әрләшә уларға эйәреп барҙы, батша яғына таш ырғытты, саң борҡотто.
Дауыт батша Бахуримға барып еткәс, Шаул нәҫеленән булған Гера улы Шимғи тигән бер кеше килеп сыҡты. Шимғи эйәрә килеп Дауытты һүкте,
– Был эт үләкһәһе ниңә хакимым батшаға һүҙ тейҙерә әле? – тине Серуяһ улы Авишай батшаға. – Барып башын ҡырҡып ташларға рөхсәт ит.
Раббы Алланың әйткәненә ҡолаҡ һалам. Халҡына, тоғро ҡолдарына именлек вәғәҙә итә, Тик мәғәнәһеҙ юлдарға ҡайтмаһындар.
Аллаға һүҙ тейҙермә, халҡыңдың башлығын хурлама.
Тормошобоҙҙоң һулышы – Раббының мәсихе, батшабыҙ Уларҙың тоҙағына эләкте. Ә беҙ: «Халыҡтар араһында Уның күләгәһендә йәшәрбеҙ», – тигән инек.
Әммә һуңынан Шаулдың сапан салғыйын киҫеп алған өсөн күңелендә үкенес уянды.
Тик Дауыт Авишайға: – Юҡ, уны үлтермә! – тине. – Раббының мәсихенә ҡул күтәреп, кем язаһыҙ ҡалыр?