18 Батшаның ғаиләһен был яҡ ярға алып сығыр, уның күңелен күрер өсөн йылға аша сыҡтылар. Батша Иордан аша сығырға йыйынып торғанда, Гера улы Шимғи уның алдына килеп ергә йығылды ла:
Уның янында Бинйәминдән мең кеше һәм Шаул йортоноң хеҙмәтсеһе Сива менән уның ун биш улы, егерме хеҙмәтсеһе бар ине. Улар бөтәһе лә Иорданға батшаны ҡаршыларға йүгерҙе.
– Хакимым батша, Йәрүсәлимдән сығып киткән сағыңда һиңә ҡарата ҡылған яман ҡылығымды ғәфү итһәң һәм иҫеңдә тотмаһаң ине.
– Хакимым батша үҙ өйөнә иҫән-аман әйләнеп ҡайтҡан икән – Сива бөтә ерҙәрҙе алһа ла, үкенесем юҡ, – тип яуап бирҙе Мефи-Бошеҫ.
Һин дә, улдарың менән хеҙмәтселәрең дә уның ерҙәрен эшкәртеп, уңышын йыйып бирерһегеҙ, хакимыңдың ейәненең ашарына мул булһын. Хакимыңдың ейәне Мефи-Бошеҫ үҙе һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашар. Сиваның ун биш улы, егерме ҡоло бар ине.
Шаул йортонда Сива исемле бер хеҙмәтсе бар ине. Уны Дауыт янына саҡырттылар. Батша унан: – Сива тигән кеше һин булаһыңмы? – тип һораны. – Эйе, мин ҡолоңмон, – тип яуапланы тегеһе.
Йәнә тағы Бинйәмин ырыуының Бахурим ҡалаһынан Гера улы Шимғи ҙә яныңда йөрөй. Маханаимға китеп барғанымда ул мине бик ауыр һүҙҙәр әйтеп ҡәһәрләне. Әммә Иордан буйында ҡаршыма сыҡҡас: «Мин һине ҡылыстан үткәрмәйем!» – тип Раббы исеме менән ант иттем.
Шул саҡ ер йөҙөндә юлың мәғлүм булыр, Бар халыҡтар араһында ҡотҡарыуың билдәле булыр.
Иблис йыйынынан булғандарҙы, үҙҙәрен йәһүд тип атағандарҙы – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр.
Мин Дауыт өсөн Аллаға ул көндө генә мөрәжәғәт итә башланыммы ни? Юҡ бит! Батшам мин ҡолоңдо һәм атам нәҫелен ғәйепләмәһен. Сөнки мин ҡолоң был хаҡта, оломо был, әллә бәләкәйме, бер нәмә лә белмәйем.