16 Бахуримдан Бинйәмин ырыуынан булған Гера улы Шимғи ҙә Йәһүҙә кешеләре менән бергә Дауыт батшаны ҡаршыларға ашыҡты.
Ире илай-илай Бахуримға тиклем ҡатынына эйәреп килде. Әммә Авнер уға кире ҡайтырға бойорғас, ҡайтып китте.
Йәнә тағы Бинйәмин ырыуының Бахурим ҡалаһынан Гера улы Шимғи ҙә яныңда йөрөй. Маханаимға китеп барғанымда ул мине бик ауыр һүҙҙәр әйтеп ҡәһәрләне. Әммә Иордан буйында ҡаршыма сыҡҡас: «Мин һине ҡылыстан үткәрмәйем!» – тип Раббы исеме менән ант иттем.
– Тире урынына тире! – тип яуапланы шайтан. – Йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн әҙәм бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай.
Дәғүәсең менән хөкөм юлында уҡ килеш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр һәм үҙеңде төрмәгә ябырҙар.
Минән алда Гилгалға төш. Тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары салыр өсөн мин дә унда барырмын. Килгәнемде ете көн көт, яныңа барғандан һуң, һиңә нимә эшләргә кәрәклеген әйтермен.