15 Батша, ҡайтыр юлға сығып, Иордан йылғаһына килеп етте. Батшаны ҡаршыларға, уны Иордан йылғаһы аша сығарырға тип, йәһүҙиҙәрҙең барыһы ла Гилгалға килде.
Раббы Йушағҡа: – Бөгөн мин һеҙҙән Мысырҙағы ҡоллоҡ хурлығын алып ташланым, – тине. Шул замандан бирле был урын Гилгал тип атала.