Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 18:9 - Изге Яҙма

9 Бына бер ваҡыт Авшалом Дауыттың кешеләренә тап булды. Ул ҡасырға атланғайны. Ҡасыр ҙур бер имәндең ботаҡтары араһына инеп киткәс, Авшалом сәсе менән имән ботағына сырмалды ла һауала аҫылынып ҡалды, ә ҡасыры өркөп ҡасып китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 18:9
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Авшалом нисек бойорһа, хеҙмәтселәре шулай эшләне. Быны күргән батша улдары һәр береһе үҙенең ҡасырына менеп ҡасты.


Сәсен алдырған саҡта – ә уны йыл да алдырырға тура килә ине, сөнки сәсе башын баҫа башлай – алынған сәсе батша үлсәме менән ике йөҙ шекел тарта торғайны.


Ахиҫофел иһә, кәңәшен тотмағандарын күреп, ишәген эйәрләне лә юлға сыҡты һәм тыуған ҡалаһына, өйөнә ҡайтып китте. Ғаиләһенә васыятын әйткәндән һуң, аҫылынып үлде. Уны атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар.


Быны бер яугир күреп ҡалды ла килеп Йоавҡа: – Мин Авшаломдың имәнгә эленеп торғанын күрҙем, – тип хәбәр итте.


Йоав: – Һинең менән ваҡыт әрәм итеп торғансы, – тине лә, ҡулына ҡыҫҡа һаплы өс һөңгө алып, имәндә һаман тере көйөнсә аҫылынып торған Авшаломдың йөрәгенә ҡаҙаны.


Алыш бөтә тирә-яҡҡа йәйелде һәм ул көндә халыҡ ҡылыстан үлгәнгә ҡарағанда, күберәк урман шырлығында һәләк булды.


Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?


Ата-әсәһенә тел тейҙергән бәндәнең сыраһы төн ҡараңғылығында ҡапыл һүнер.


Атаһына мыҫҡыллы ҡараған, әсәһен һанға һуҡмағандың күҙен ялан ҡоҙғоно суҡыр, бөркөт балалары тамаҡлар.


Дәһшәттән ҡасҡан соҡорға төшөр, Соҡорҙан сыҡҡан тоҙаҡҡа эләгер. Сөнки Моавтың өҫтөнә Яза йылы килтерәм, – тип белдерә Раббы. –


Ул тәңкәләрҙе Алла йортонда атып бәрҙе лә сығып китеп аҫылынды.


Муса: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм: «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кешегә үлем язаһы бирелһен», – тип әйткән бит.


Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше ҡәһәрләнгән», – тип яҙылған бит.


мәйет ағаста төнгөлөккә ҡалмаһын. Уны шул көндө үк ерләгеҙ, сөнки ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше Алла тарафынан ҡәһәрләнгән. Аллағыҙ Раббының һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерен нәжесләмәгеҙ.


«Атаһы йәки әсәһен хөрмәтләмәгән, уға ҡаршы һүҙ әйткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


«Атаһының ҡатыны менән ятҡан кешегә ләғнәт булһын, сөнки ул атаһының оятын асты». Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ