6 Яугирҙәр исраилдарға ҡаршы сыҡты һәм Әфраим урманында һуғыш башланды.
Авшалом менән исраилдар Ғилғәд ерендә туплам булып урынлашты.
Исраилдар Дауыт яҡлыларҙан еңелде. Ул көндө алыш бик ҡаты булды – яу яланында егерме мең кеше ятып ҡалды.
Йушағ: – Әгәр һеҙ күп икәнһегеҙ һәм һеҙгә Әфраим тауҙары етерлек түгел икән, перизиҙәр һәм рефалар еренә барығыҙ ҙа, урманды төпләп, үҙегеҙгә ер таҙартып алығыҙ, – тип яуапланы.
Бөтә урманлы таулыҡ һеҙҙеке булһын. Һеҙ урманды ҡырҡып ташларһығыҙ, һәм тауҙар бер яғынан икенсе яғынаса һеҙҙеке булыр. Ҡәнғәниҙәр көслө, уларҙың тимер яу арбалары бар – шулай ҙа һеҙ уларҙың ерҙәрен баҫып алырһығыҙ!