31 Бына Куш кешеһе лә килеп етте. – Хакимым батшаға яҡшы хәбәр! Раббының ғәҙел хөкөмө бөгөн һине үҙеңә ҡаршы сыҡҡандарҙан ҡотҡарҙы, – тине ул.
Садоҡ улы Ахимағас Йоавҡа: – Йүгереп барып, батшаға: «Раббы һине Үҙ хөкөмө менән дошманыңдан ҡотҡарҙы», – тип хәбәр итәйем, – тине.
Ахимағас батшаға: – Бөтәһе лә яҡшы, – тип ҡысҡырҙы. Шунан батша алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Хакимым батшаға ҡаршы баш күтәргән кешеләрҙе ҡулыңа тапшырған Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! – тине.
– Ситкәрәк китеп, анауында тороп тор әле, – тине уға батша. Ахимағас ситкәрәк барып баҫты.
Эй миңә ҡеүәт биреүсе, Һинән күҙемде алмайым. Эй Алла, Һин – минең ҡәлғәм!
ул һин, батшам. Һин бөйөк һәм ҡеүәтле, бөйөклөгөң асмандарға аша, хакимлығың ер сигенәсә йәйелә.
Эй Раббым! Дошмандарың барыһы Ошо рәүешле ҡырылһын! Ә Һине яратҡандар көскә тулышып Ҡалҡып килгән ҡояш һымаҡ булһын!» Илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты.