29 – Теге егет – Авшалом иҫән-һаумы? – тип һораны батша. – Йоав батшаның бер ҡолон һәм мин ҡолоңдо бында ебәргәндә бик ныҡ ығы-зығы ине, артабан ни булғанын белмәйем, – тине Ахимағас.
Әммә Садоҡ улы Ахимағас һаман Йоавҡа: – Нимә булһа ла булыр, Куш кешеһе артынан мин дә йүгерәйем әле, – тип ныҡышты. – Юҡҡа ғына йөрөйһөң, улым, – тине уға Йоав, – хәбәрең өсөн барыбер һөйөнсө алмаҫһың.
– Ситкәрәк китеп, анауында тороп тор әле, – тине уға батша. Ахимағас ситкәрәк барып баҫты.
Батша Куш кешеһенән: – Авшалом иҫән-аманмы? – тип һораны. – Хакимым батшаның дошмандарының, яуыз ниәт менән һиңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең яҙмышы ул егеттеке һымаҡ булһын! – тип яуапланы Куш кешеһе.
– Һаумы, ҡустым? – тип иҫәнләште Йоав Ғамаса менән. Шунан Йоав, үбергә теләгән кеше булып, уң ҡулы менән Ғамасаның һаҡалынан тотто.
Бар, йүгер, ҡаршы ал. «Ни хәлдәһегеҙ, ирең менән улың иҫән-һаумы?» – тип һора. – Барыһы ла яҡшы, – тип яуапланы ҡатын Гехазиға.