Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 18:22 - Изге Яҙма

22 Әммә Садоҡ улы Ахимағас һаман Йоавҡа: – Нимә булһа ла булыр, Куш кешеһе артынан мин дә йүгерәйем әле, – тип ныҡышты. – Юҡҡа ғына йөрөйһөң, улым, – тине уға Йоав, – хәбәрең өсөн барыбер һөйөнсө алмаҫһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 18:22
6 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Йоав үҙенең хеҙмәтсеһе булған Куш кешеһенә: – Бар, күргәндәреңде батшаға һөйлә, – тип бойорҙо. Куш кешеһе Йоавҡа баш эйҙе лә Дауытҡа йүгерҙе.


– Шулай ҙа барайым әле, – тине Ахимағас. – Бар, әйҙә, – тине Йоав ахырҙа. Ахимағас, үҙәндән тураға йүгереп, Куш кешеһен уҙып китте.


– Теге егет – Авшалом иҫән-һаумы? – тип һораны батша. – Йоав батшаның бер ҡолон һәм мин ҡолоңдо бында ебәргәндә бик ныҡ ығы-зығы ине, артабан ни булғанын белмәйем, – тине Ахимағас.


– Илемә ҡайтам, тиһең, нимә минең янымда берәй нәмәгә мохтажлығың бармы әллә? – тип һораны унан фирғәүен. – Юҡ, – тип яуапланы Һадад. – Тик мине үҙ илемә ебәр инде.


Был кешеләр Алланы танып белеүҙе кәрәк тип тапмағанға күрә, Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдары ихтыярына бирҙе, һөҙөмтәлә улар ҡылырға ярамаған эштәрҙе ҡыла башланы.


Оятһыҙ хәбәр, ғәйбәт, төртмә һүҙҙәр һөйләгәнсе, Аллаға шөкөр итегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ