11 – Күргәс, ниңә уны үлтермәнең? Мин һиңә ун шекел көмөш менән билбау бирер инем, – тине Йоав был хәбәрҙе килтергән кешегә.
Быны бер яугир күреп ҡалды ла килеп Йоавҡа: – Мин Авшаломдың имәнгә эленеп торғанын күрҙем, – тип хәбәр итте.
– Һин хатта минең ҡулыма мең шекел һалһаң да батша улына ҡул күтәрмәҫ инем. Сөнки батшаның һиңә лә, Авишайға ла, Иттайға ла: «Минең хаҡыма Авшаломды һаҡлағыҙ», – тип бойорғанын беҙ ҙә ишеттек.
Ғамасаға иһә әйтегеҙ: «Һин минең йәнем менән тәнем түгелме ни? Әгәр ҙә мәгәр һине Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуймаһам, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн».
Йә Раббы, нимә инде ул – кеше? Ә Һин уны ҡайғыртаһың. Нимә һуң әҙәм балаһы? Ә Һин уны һанға һуғаһың.
Кеше байлығына ҡыҙығыусының ахыры бер: ҡомһоҙлоғо үҙ башына етә.