10 Быны бер яугир күреп ҡалды ла килеп Йоавҡа: – Мин Авшаломдың имәнгә эленеп торғанын күрҙем, – тип хәбәр итте.
Ибрам был ерҙәрҙе Шәхәм тигән урындағы Море имәнлегенә тиклем арҡырыһын-буйын йөрөп сыҡты. Ул заманда бында ҡәнғәниҙәр йәшәй ине.
– Күргәс, ниңә уны үлтермәнең? Мин һиңә ун шекел көмөш менән билбау бирер инем, – тине Йоав был хәбәрҙе килтергән кешегә.
Бына бер ваҡыт Авшалом Дауыттың кешеләренә тап булды. Ул ҡасырға атланғайны. Ҡасыр ҙур бер имәндең ботаҡтары араһына инеп киткәс, Авшалом сәсе менән имән ботағына сырмалды ла һауала аҫылынып ҡалды, ә ҡасыры өркөп ҡасып китте.
Шуның өсөн уның нәҫел-ырыуынан ете кешене бирегеҙ. Беҙ уларҙы Раббы хозурында, Шаул Гивғаһында, Раббы тауында язаларбыҙ. – Бирермен, – тине батша.
Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?
Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше ҡәһәрләнгән», – тип яҙылған бит.