29 бал һәм май, һарыҡ, эремсек килтерҙе. «Халыҡ асыҡҡан-арығандыр, сүлдә йөрөп сарсағандыр», – тине улар.
Батша һәм уның менән булған бөтә кешеләре Иордан буйына килеп етте. Улар бик арығайны, шунда ял итергә туҡтанылар.
– Быларҙы нимәгә алып килдең? – тип һораны батша Сиванан. – Ишәктәргә батшаның ғаиләһе менеп йөрөр, икмәк менән емештәрҙе яугирҙәр ашар, шарапты ҡырҙа хәлдән тайған кешеләр эсер, – тип яуап бирҙе Сива.
Хәҙер ул арыған, хәлдән тайған, уға һөжүм итеп ҡурҡытһам, янындағылар барыһы ла ҡасып китәсәк. Мин тик батшаны ғына үлтерермен.
Тоғро мөхәббәтең күктәрҙән юғары, Тоғролоғоң болоттарҙан аша.
Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.
ә теләге һаман көсәйә. Тәҡүә кеше иһә йәлләмәй өләшә.
Эй Тема ерендә йәшәүселәр, Һыуһағандарға һыу килтерегеҙ, Ҡасып ҡотолғандарға икмәк бирегеҙ.
Икмәгеңде астар менән бүлеш, Йортһоҙ фәҡирҙәрҙе өйөңә саҡыр, Яланғасты күрһәң, кейендер, Туғандарыңдан ситкә боролма.
Һируд йортонда идара итеүсе Хузастың ҡатыны Йоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булды. Был ҡатындар үҙ иҫәптәренән Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә ярҙам итәләр ине.
Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ.
Ә был ун йомарлам сырҙы мең башына бирерһең. Ағайҙарыңдың хәл-әхүәлен бел, иҫән-аман йөрөгәндәрен белдергән берәй нәмә алып ҡайт.