25 Авшалом Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп Ғамасаны тәғәйенләне. Ғамаса Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр исемле бер кешенең улы ине. Әсәһе Нахаш ҡыҙы Авигаил – Серуяһтың ҡыҙ туғаны. Серуяһ иһә – Йоавтың әсәһе.
Авшалом менән исраилдар Ғилғәд ерендә туплам булып урынлашты.
Ғамасаға иһә әйтегеҙ: «Һин минең йәнем менән тәнем түгелме ни? Әгәр ҙә мәгәр һине Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуймаһам, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн».
Дауыттың һүҙҙәре йәһүҙиҙәрҙең күңелен йомшартты. Улар барыһы бер булып батшаға кеше ебәрҙеләр һәм: «Эй батша, бөтә хеҙмәтселәрең менән кире ҡайт», – тинеләр.
Дауыт Ғамасаға: – Өс көн эсендә Йәһүҙәнең бөтә ирҙәрен минең янға саҡыр, үҙең дә кил, – тине.
Был хәбәр Йоавҡа ла барып етте. Ул Авшаломды яҡлашмаһа ла, Адонияһ яғында йөрөгәйне. Шуға күрә Раббының сатырына ҡасты һәм ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә барып йәбеште.
Раббы ул түккән ҡанды уның үҙ башына төшөрәсәк. Ул, атайым Дауытҡа белдермәйенсә, һис бер ғәйепһеҙгә үҙенән һәйбәтерәк һәм тоғрораҡ ике кешене – Исраил ғәскәре башлығы Авнер Нер улын һәм Йәһүҙә ғәскәре башлығы Ғамаса Йәҫәр улын ҡылыстан үткәрҙе.
Тағы ла шул: Серуяһ улы Йоавтың миңә ниндәй яуызлыҡ ҡылғанын беләһең. Ул Исраил ғәскәренең ике башлығы Нер улы Авнер менән Йәҫәр улы Ғамасаны тыныслыҡ мәлендә һуғыш ваҡытындағылай үлтерҙе һәм билендәге билбауы менән аяғындағы ҡатаһын ҡанға буяны.
Дауыт пелештиҙәр менән Шаулға ҡаршы һуғышҡа барған саҡта, Дауытҡа Менашше ырыуынан да эйәреүселәр була. Тик Дауыт һәм уның кешеләре пелештиҙәр яғында һуғышмай, сөнки пелешти башлыҡтары үҙ-ара: «Был хакимы Шаул яғына сығып ҡуйыр ҙа башыбыҙға бәлә өҫтәр», – тип кәңәшләшеп, уны айырып ебәргән була.
Ишайҙың баш балаһы – Әлиав, икенсе улы – Авинадав, өсөнсөһө – Шимға,