22 Дауыт бөтә кешеләре менән Иорданды кисеп, йылға аръяғына сыҡты, таңға табан ярҙың бирге яғында бер кем дә ҡалманы.
Тегеләр киткәс, Ахимағас менән Йонаҫан ҡоҙоҡтан сығып, Дауыт батшаға әйтелгән хәбәрҙе еткерҙе: «Ҡуҙғалығыҙ ҙа тиҙерәк һыуҙы аша сығығыҙ, юғиһә Ахиҫофел һеҙҙең хаҡта шундай-шундай кәңәш биргән», – тинеләр.
Ахиҫофел иһә, кәңәшен тотмағандарын күреп, ишәген эйәрләне лә юлға сыҡты һәм тыуған ҡалаһына, өйөнә ҡайтып китте. Ғаиләһенә васыятын әйткәндән һуң, аҫылынып үлде. Уны атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар.
Дауыт Маханаим ҡалаһына килеп еткәндә, Авшалом менән уның янындағы исраилдар Иордан йылғаһын аша сыҡҡайны.
Зирәк, хәүефте алдан күрер ҙә, йәшенер, бер ҡатлы һаман алға бара бирер ҙә, зыян күрер.
былай тине: – Беҙ хеҙмәтселәрең ҡул аҫтыбыҙға һин биргән яугирҙәрҙе иҫәпләп сыҡты, береһе лә юғалмаған.
Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.
Ул быларҙы: «Һин Миңә биргәндәрҙең береһен дә юғалтманым», – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашһын өсөн әйтте.