Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 17:16 - Изге Яҙма

16 – Хәҙер тиҙ генә кеше ебәрегеҙ ҙә Дауытҡа әйтегеҙ, – тине Хушай, – был төндә ҡырҙа ҡалмаһындар, ә тиҙерәк йылғаны аша сыҡһындар. Юҡһа батша ла, уның янындағы кешеләр ҙә һәләк булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 17:16
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт Йәрүсәлимдә үҙ янында булған бөтә хеҙмәтселәренә: – Ҡуҙғалығыҙ, ҡасырға кәрәк, юғиһә Авшаломдан һис кем ҡотола алмаҫ. Йәһәт булығыҙ, ул бында килеп етеп, тотоп алмаҫ элек китәйек, юҡһа ул беҙҙе бәләгә тарытыр, бөтә ҡаланы ҡылыстан үткәрер, – тине.


Һеҙҙән хәл-әхүәл белдергән хәбәр алғанға тиклем, мин сүлдә, йылғаның кисеүендә торормон.


Унда һинең эргәңдә Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндар булыр. Батша һарайында ишеткән һәр нәмәне ҡаһиндарға еткереп тор.


Енәйәттәре өсөн уларҙы язаһыҙ ҡалдырма! Эй Алла, асыуың менән халыҡтарҙы ергә бырға!


Рәхимле бул, Алла, рәхимле бул! Минең йәнем Һиндә ышыҡ таба. Бәлә-ҡаза үтеп киткәнгәсә, Ҡанаттарың күләгәһендә мин урын алам.


Юҡ! Күңелегеҙ тулы ғәҙелһеҙлек, Ҡулдарығыҙ ер йөҙөнә йәбер-золом сәсә.


Был фани, үлемле тән мәңгелек, үлемһеҙ тәнгә әйләнгәс, Изге Яҙмалағы: «Еңеү үлемде йотоп юҡ иткән була».


Эйе, беҙ донъялағы ҡыуышыбыҙҙа саҡта күңелгә ауыр булғанлыҡтан көрһөнәбеҙ, сөнки ошо тәнебеҙҙән ҡотолорға теләмәһәк тә, үлемгә эйә бар нәмә йәшәү тарафынан йотолһон өсөн, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейемде кейергә теләйбеҙ.


Шунан йәнә: – Тиҙ бул, йүгер, туҡтама! – тип һөрәнләне. Малай, Йонаҫандың уҡтарын йыйып алып, хужаһына килтереп бирҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ