12 Бына шул саҡта беҙ, Дауыт ҡайҙа ғына булһа ла, уға ҡаршы китербеҙ. Беҙ уның өҫтөнә көтмәгәндә, иртәнге ысыҡ төшкәндәй, ябырылырбыҙ – Дауыттың үҙен дә, янындағыларҙы ла, береһен дә тере ҡалдырмаҫбыҙ.
Бынан һуң Бен-Һадад уға: – Самариянан ҡалған саң-туҙан яугирҙәремә ҡуш услап алырға етһә, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тигән хәбәр ебәрҙе.
Әйҙә минең хакимым Ашшур батшаһы менән ҡул һуғып килешегеҙ әле. Ул: «Мин һиңә ике мең баш ат бирәм – уларға һыбайлылар таба алырһыңмы икән?» – тип әйтә.
Сит ерҙәрҙә ҡоҙоҡ ҡаҙҙым, һыуҙар эстем; Аяҡ табандарым менән Мысыр йылғаларын ҡороттом“, – тинең.
Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.
Эй һин, ҡая ярыҡтарында төйәкләнгән. Йортоңдо юғарыла төҙөгән, Йөрәгәңдең тәкәбберлеге алданы һине, Һауаланып: „Кем һуң мине Ергә атып бәрә алыр?“ – тиһең.
Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Бихисап халыҡтар араһында Раббының ысығы һымаҡ, Һис кем уйламаған, көтмәгәндә Килеп яуған ҡойма ямғыр кеүек булыр.
Бөтә йәшенгән ерҙәрен асыҡлағыҙ, шунан миңә дөрөҫ кенә мәғлүмәт менән кире килегеҙ. Шунда мин һеҙҙең менән барырмын. Әгәр ҙә ул шул төбәктә булһа, Йәһүҙәнең бөтә нәҫелдәрен аҡтарып булһа ла табасаҡмын.