19 Ә кемгә хеҙмәт итәсәкмен һуң мин? Дуҫымдың улына түгелме ни? Атайыңа нисек хеҙмәт иткәнмен, һиңә лә шулай хеҙмәт итермен.
Ә инде һин ҡалаға кире барып, Авшаломға: «Батша, мин һинең ҡолоң. Быға тиклем мин атайыңдың ҡоло инем, ә хәҙер – һинең ҡолоң», – тип әйтһәң, һин Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығарыр инең.
– Юҡ, мин Раббы, ғәскәр һәм Исраил халҡы һайлаған кеше яҡлымын. Мин уның менән ҡалам, – тине Хушай Авшаломға. –
Авшалом Ахиҫофелдан: – Кәңәш бир, беҙгә инде нимә эшләргә? – тип һораны.
Уның менән бергә башҡа имандаш йәһүдтәр ҙә ике йөҙлөлөк күрһәтте, хатта Барнабас та улар яғына ауҙы.
– Ул саҡта ҡолоңдоң ниҙәр эшләй алғанын күрерһең, – тип яуап бирҙе Дауыт Ахишҡа. – Яҡшы, – тине Ахиш. – Шулай була икән, ғүмерлеккә һине башымды һаҡлаусы нөгәрем итеп ҡуйырмын.
Дауыт Ахиштан: – Нимә эшләнем мин? Яныңа килгәндән алып, бөгөнгә тиклем ҡолоңдан ниндәй яманлыҡ күрҙең? Ни өсөн миңә батша хакимымдың дошмандарына ҡаршы һуғышырға ярамай? – тип һораны.