17 Авшалом Хушайға: – Дуҫыңа тоғролоғоң ошо буламы? Ниңә үҙеңдең дуҫың менән китмәнең? – тип һораны.
– Юҡ, мин Раббы, ғәскәр һәм Исраил халҡы һайлаған кеше яҡлымын. Мин уның менән ҡалам, – тине Хушай Авшаломға. –
Ул батшаны ҡаршы алырға тип Йәрүсәлимдән килгәс, Дауыт: – Мефи-Бошеҫ, ниңә һин минең менән китмәнең? – тип һораны.
Ысын дуҫтың дуҫлығы ғүмерлек; туған бәлә уртаҡлашыр өсөн тыуған.
Дуҫы күптең эш-мәшәҡәте күп, ләкин туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була.
Раббыға яуабығыҙ шулаймы, Эй аҡылһыҙ, мәғәнәһеҙ халыҡ? Һеҙҙе яратҡан Атайың түгелме Ул? Һине бар ҡылған, нығытҡан Ул түгелме?