5 Берәйһе уның янына баш эйергә тип яҡынлашһа, ул, ҡулын һуҙып, уны ҡосаҡлай һәм үбә торғайны.
Йоав барып Авшаломдың әйткәндәрен батшаға һөйләп бирҙе. Шунан һуң батша уны үҙ янына саҡыртып алды. Авшалом, батша янына инеп, йөҙө менән ергә ҡапланды һәм батша уны ҡосаҡлап үпте.
– Һаумы, ҡустым? – тип иҫәнләште Йоав Ғамаса менән. Шунан Йоав, үбергә теләгән кеше булып, уң ҡулы менән Ғамасаның һаҡалынан тотто.
Тауышының яғымлылығына ышанма, йөрәгендә ете ҡәбәхәтлек йәшеренгән.
Һин Мине үпмәнең, ә ул Мин бында килгәндән бирле аяҡтарымды үбеүҙән туҡтамай.