4 Әгәр ҙә был илгә хөкөмдар итеп мине ҡуйһалар, бәхәс йәки дәғүә менән килгән һәр кешегә ғәҙел хөкөм ҡылыр инем, – тип өҫтәгән.
Берәйһе уның янына баш эйергә тип яҡынлашһа, ул, ҡулын һуҙып, уны ҡосаҡлай һәм үбә торғайны.
Батша хозурында үҙеңде юғары ҡуйма, дәрәжәле түрә урынын алма;
Үҙеңде-үҙең түгел, башҡа кеше, үҙ ауыҙың түгел, бүтән телдәр һине маҡтаһын.
Үҙҙәре боҙоҡлоҡ ҡолдары булып та, тегеләргә азатлыҡ вәғәҙә итә, кем нимәгә буйһона, шуның ҡолона әйләнә бит.
Әгәр ҙә был халыҡ минең ҡул аҫтымда булһа, мин Авимәләхте ҡыуып ебәрер инем! – тине. Шунан Ғағал Авимәләхкә: – Ғәскәреңде йый ҙа алышҡа сыҡ, – тип һүҙ ташланы.